Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 21.09

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 21.09

Рәсәйҙең хәрби-космос көстәренең СУ-25 самолеттары Сүриәлә “Джабхат ан-Нусра” террорсылары позицияларын утҡа тотто. Рәсәйҙең ҡамауҙа ҡалған хәрби полицияһын азат итеү сиктәрендә үткәрелгән операция уңышлы тамамланды. Рәсәй хәрбиҙәренең барыһы ла иҫән-һау.

Мексикала матәм көнө иғлан ителде. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ер тетрәүҙә кәм тигәндә 240 кеше һәләк булған. Хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа байтаҡ. Мексикаға ярҙам күрһәтергә Панама, Израиль һәм Чили ҡотҡарыусылары килгән. Ер тетерәгәндән һуң Попокатепетль вулканы ла уянған.

Владивостокта Рәсәй һәм Ҡытайҙың берлектәге хәрби күнекмәләре башланды. Бөгөн Япон һәм Охот диңгеҙҙәрендә корабль маневрҙары үтә. Уның барышында ике ил хәрбиҙәре ҡомға терәлгән һыу аҫты кәмәһе экипажын ҡотҡарырға тейеш. Күнекмәләр төбәктәге бик көсөргәнешле хәл -Төнъяҡ Кореяның атом һынауҙары һәм баллистик ракеталар осороуы шарттарында үтә. Америка һәм Көньяҡ Корея ла берлектәге күнекмәләрен туҡтатҡаны юҡ.

Испанияның граждандар гвардияһы Каталония төбәк хөкүмәтенең бер-нисә департаментында тентеүҙәр үткәргән һәм хөкүмәттең 12 ағзаһын, шул иҫәптән, иҡтисад һәм һалымдар департаменты етәкселәрен ҡулға алған. Каталония бойондороҡһоҙлоҡ тураһында референдум үткәрергә йыйына. Тентеүҙәр ҙә шуға бәйле булыуы ихтимал.