Калифорнияла енәйәтселәргә енәйәт эшенән баш тартһын өсөн аҡса тәҡдим итәсәктәр. Властар ошо рәүешле ҡалала артҡан енәйәтселек менән көрәшергә уйлай. “Тыныслыҡҡа юл” исемле программаны тормошҡа ашырыу өсөн ҡала хакимиәте 1,5 миллион һум аҡса бүлгән. Өс йыл эсендә “тура юлдан” барған енәйәтселәргә “стипендия” түләнәсәк. Әммә урындағы халыҡ властарҙың был ҡарарына хупламай. Әйткәндәй, ошондай уҡ программа Ричмонд ҡалаһында эшләп килә.
Америка Ҡушма штаттары президенты Дональд Трамп ядро программаһы арҡаһында Төньяҡ Кореяға баҫымды көсәйтергә һүҙ бирҙе. Дүшәмбе Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Хәүефһеҙлек Советы тарафынан Пхеньянға ҡарата индерелгән санкцияларҙы әҙ тип иҫәпләй ул. Ә Төнъяҡ Корея делегацияһы үҙ сиратында был резолюцияны законһыҙ тип атаны һәм яуап итеп, Америка Ҡушма штаттары тарихында булмаған ҡыйынлыҡтарҙы күрергә мәжбүр итәсәктәре тураһында белдерҙе.
Рәсәйлеләрҙең 70 проценты мәктәптәрҙә һәр предмет буйынса берҙәм дәреслек индереү яҡлы. Яҡын арала дәреслектәрҙең федераль теҙмәһе билдәле буласаҡ. Ул быға тиклем булған исемлектән ҡыҫҡараҡ. Ил президенты совет заманының тәжрибәһенә таянып, берҙәм дәреслек концепцияһына ҡайтыу яғын уйларға кәрәк тигәйне. Уның был тәҡдимен ата-әсәләрҙең яртыһынан күберәге хуплап сыҡты. Улар тәү сиратта балаларын Берҙәм Дәүләт имтихандарына әҙерләнгәндә көтөлмәгәнлектәрҙән аралау өсөн кәрәк, ти.