Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

2014 йылда Одессаның Грек майҙанында тәртипһеҙлектәр ойоштороуҙа ғәйепләнеүселәрҙе аҡлағас, милләтселәр хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән һуғышҡан. Радикалдар полицияға ҡаршы газ һәм һәм ут һүндереү баллондары ҡулланып суд бинаһына үтеп инергә маташҡан.

Сүриә армияһы Дейр-эз-Зорра янында понтон күперҙәр ҡороп Евфрат йылғаһы аша сыҡҡан. Хәрбиҙәр биләмәне “Ислам дәүләте” һуғышсыларынан таҙартыуҙы дауам итә. Быға тиклем Сүриә армияһы Рәсәй авиацияһы ярҙамында бер-нисә районды террорсыларҙан азат иткәйне. Әле Эль-Джафра эргәһендә террорсылар һәм хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында ҡаты алыштар бара.

Ҡытайҙың хәрби караптары Рәсәй менән берлектәге күнекмәләрҙә ҡатнашыу өсөн Владивосток портына инә башланы. “Диңгеҙҙә хеҙмәттәшлек-2017” күнекмәләре тымыҡ океан флоты нигеҙендә 26 сентябрға тиклем дауам итәсәк.

Америка президенты Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын үҙгәртеп ҡорорға саҡырған. Дональд Трамп өсөн был бик мөһим, сөнки Ҡушма Штаттар бюджетынан ойошмаға иң күп аҡса күсерелә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы бюрократия сәбәпле үҙ ҡеүәтен күрһәтә алмай. Уның бюджеты 120 процентҡа, хеҙмәткәрҙәр һаны ике тапҡырға артһа ла, Американы ҡыуандырырлыҡ һөҙөмтәләр юҡ, тигән Дональд Трамп.

Һаҡ булығыҙ-Мария. Көслө дауыл Кариб бассейны утрауҙарына яҡынлаша. Елдең тиҙлеге сәғәтенә 260 саҡырымға етә. Пуэрто-Рикола йәшәүселәр дауыл алдынан кибет кәштәләрен бушатҡан. Халыҡты бер ғәрәсәт артынан икенсеһе башланыуы борсоуға һала. Пуэрто-Рикола әле һаман “Ирма” дауылы эҙемтәләре лә бөтөрөлмәгән