Сүриәнең Алеппо ҡалаһында Рәсәй оборона министрлығының медицина үҙәге асылды. Госпиталь заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм көн һайын 150 кешене ҡабул итә ала. Табиптар кешеләргә генә түгел, хайуандарға ла ярҙам итә. Улар бер ай элек миналар эҙләгәндә яраланған Берта ҡушаматлы эткә лә медицина ярҙамы күрһәткән.
Францияның “Милли фронты” лидеры Марин Ле Пен һайлау алды программаһын тәҡдим иткәс халыҡ алдында сығыш яһаны. Францияға радикаль ислам, контролһеҙ иммиграция, глобалләшеү янай, тип белдерҙе ул. Илдә президент һайлауының беренсе турына тиклем әле ике ай ярым ваҡыт бар. Халыҡтың байтағы Марин Ле Пен өсөн тауыш бирергә йыйына.
Трампты кем нығыраҡ мыҫҡыллай? Америка президентының мигранттарға ҡаршы указынан һуң Лондон халҡы тыныслыҡ таба алмай ыҙалана. Акцияларға сығып креативта ярыша. Ҡушма Штаттар етәксеһе тиҙҙән Бөйөк Британияға килергә тейеш. Лондонда йәшәүселәр күмәкләп “Скажем громко, скажем сразу: не пускай к себе заразу!” тип әйтергә өйрән.
Афғанстанда ҡаты һыуыҡтар хөкөм һөрә. Көслө ҡар яуыуы ла хәлде ҡатмарлаштыра. Бер ауылдан иллеләп кеше ишелгән ҡар аҫтында ҡалған. Заманса ҡорамалдары булмаған ҡотҡарыусыларға уларҙы эҙләүе бик ауырға тура килә. Көслө ҡар яуыу сәбәпле күп кенә биналар емерелгән, автомобиль хәрәкәте туҡтаған. Илдең байтаҡ райондары ҡар ҡамауында ҡалған.