Бөйөк Британия халҡы Америка президенты Трамптың рәсми эш сәфәрен кисектереүҙе талап итә. Был талапҡа 1 миллин 800 мең самаһы кеше ҡул ҡуйған. 160 депутат Дональд Трамптың парламентта сығыш яһауына ҡаршы булыуын белдергән.
Люксембург Фольксваген концернына ҡарата енәйәт эше асҡан. Был әлеге лә баяғы шул “дизель” вәзғиәтенә бәйле. Концерн автомобилдәренә һауаға сығарылған бысраҡ матдәләрҙе аҙайтып күрһәтеүсе программа ҡуйып бөлгөнлөккә төшә яҙҙы. 19 миллиард долларлыҡ штраф түләнеп, етәкселек эшенән китһә лә компания “дизельгейт” эҙемтәләрен бөтөрә алмай.
Байкал күле ярында 200 тонналыҡ боҙло китапхана төҙөлдө. 400 скульптура асыҡ китапты хәтерләтә. Һәр фигурала донъяның төрлө мөйөшөнән мең кешенең теләктәре уйып яҙылған. Үҙенсәлекле китапхана апрелгә тиклем эшләйәсәк. Яҙ боҙ иреп Байкалға аҡҡас һәр кемдең теләктәре тормошҡа аша башлаясаҡ.
Фәлестин ҡасаҡтары лагерында бер парикмахер ут ярҙамында сәс ала башлаған. Был алымдың бер ҡурҡынысы ла юҡ, етмәһә ул сәсәтәр өсөн дә файҙалы, тигән парикмахер. Ут ярҙамында, башлыса, ирҙәр сәс алдыра икән.