Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй президенты һәм Рәсәй Ҡораллы көстәренең баш командующийы Владимир Путин ҡарары менән һауа-космос көстәрен тикшереү башланды. Рәсәй армияһының генераль штабынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа-космос көстәре тулы хәрби әҙерлеккә килтерелгән.

Шотландия парламенты Бөйөк Британия премьер-министры Тереза Мей пландарына ҡаршы тауыш биреп, Европа берлегенән сыҡмаҫҡа ҡарар иткән. Тауыш биреү юридик көскә эйә булмаһа ла, Эдинбург Лондондың “брексит” буйынса милли планына буйһонмаясағы тураһында иҫкәрткән.

Германия канцлеры Варшаваға эш сәфәре барышында Европа берлегенең киләсәге тураһында һөйләшкән. Премьер-министр Беата Шидло Польша берлектә ҡалыр, әммә үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итә алыр, тип ышана. “Польша Европа берлеге үҫешергә тейеш тип иҫәпләй, шул уҡ ваҡытта беҙ милли дәүләттәр нығыныуына ла ихтирам менән ҡараясаҡбыҙ, ”-тигән Польша премьер-министры.

Екатеринбургта пилотһыҙ самолет «Центральный» стадионын төҙөкләндереү барышын видеоға төшөрөп алған. Арена мәҙәни мираҫ статусына эйә. Шуға ла бинаның тарихи фасадын һаҡлап ҡалыу маҡсатында эшселәргә бик һаҡсыл булырға тура килә.