Европа һүҙ бутҡаһы бешерә, Рәсәй аныҡ эштәр күрһәтә. Бельгия депутаты Сүриәлә эш сәфәренән һуң шундай белдереү яһаған. “Рәсәй Сүриәлә террорға ҡаршы көрәшкән һәм урындағы халыҡҡа ярҙам күрһәткән берҙәр-бер дәүләт. Ҡыҙғаныс, Европа илдәре һүҙ бутҡаһы менән генә сикләнә,”-тигән Бельгия депутаты Филипп Девинтер.
Америкала аппеляция суды президент Трамптың мосолман илдәре граждандарына илгә инеүҙе ваҡытлыса сикләү тураһындағы указының үтәлешен туҡтатҡан судьяның ҡарарын ғәмәлдән сығарыу хаҡында федераль хөкүмәт дәғүәһе буйынса тыңлауҙар үткәрҙе. Аппеляция суды яҡын арала ҡарар ҡабул итергә вәғәҙәләгән. Йәмәғәт фекерен өйрәнеүҙәр Трамптың был указын хупламаусылар 53 процентҡа етеүен асыҡлаған.
Румынияла ҡаршылыҡ акциялары дауам итә. Хөкүмәт амнистия һәм енәйәт кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проектын кире саҡыртып алһа ла, урам йыйындары туҡтамай. Халыҡ министрҙар кабинетын отставкаға ебәреүҙе талап итә.
Италияның “Веспа” скутерҙарын эшләүсе концерны рюкзак функцияһын үтәгән робот уйлап тапҡан. Ул ике тәгәрмәстә цилиндр формаһындағы контейнерҙы хәтерләтә. Робот-рюкзак хужаһының артынан ғына түгел, билдәләнгән маршрут буйынса ла йөрөй ала.