Рәсәйҙең хәрби-космос көстәрен тикшереү сиктәрендә стратегик ракета йөрөтөүсе ТУ-160 һәм Ту-95МС, алыҫҡа осоусы ТУ-22МС, бензин ташыусы ИЛ-78 самолеттары алыҫ араға осто. Әлеге мәлдә хәрби авиация тулы әҙерлеккә килтерелгән һәм үҙ алдына ҡуйылған барлыҡ бурыстарҙы ла үтәргә әҙер.
Американың аппеляция суды Дональд Трамптың иммигранттарға ҡаршы йүнәлтелгән указын ғәмәлдән сығарыу законға тап килә, тигән ҡарарға килгән. Судьялар фекеренсә, мосолмандар йәшәгән 7 дәүләт граждандары илгә террор хәүефе менән янауын хөкүмәт тулыһынса раҫлай алмаған.
Калифорния һыу аҫтында ҡала. Һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡтан зыян күреүсе штатты, туҡтамай яуған ямғырҙар сәбәпле, һыу баҫты. Ҡотҡарыу хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләргә мәжбүр. Штаттың төрлө райондарынан хәүефле хәбәрҙәр килеп тора.
Австрияның Хохфильцен ҡалаһында донъя чемпионатындағы тәүге ярышта Франция биатлонсыһы Мартен Фуркадтың тәртипһеҙ ҡыланыуы күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Тәүҙә француз рәсәй спортсыһы Александр Логиновты этеп йыҡты, һуңынан бүләкләү тантанаһында Антон Шипулиндың ҡулын ҡыҫмай подиумдан тиҙ арала ҡасыу яғын ҡараны. Социаль селтәрҙә күптәр Мартен Фуркадтың ысын йөҙө асылды, баҡтиһәң, ул ҡурҡаҡ икән тип яҙалар.