Бәләкәй, әммә берәгәй. Ауыр артиллериянан айырмалы автоматлаштырылған станоклы гранатометсылар йәшерен һәм етеҙ эш итә. Ике кешенән торған расчет орудиены тиҙ арала тәғәйен урынға сығарып та ҡуя. Атыу ҡоралын йыйыу өсөн ни бары ике минут тирәһе ваҡыт талап ителә. Иң мөһиме һауа таҙа булһын.
Сөнки гранатометсылар алғы һыҙыҡҡа яҡын уҡ бара. Орудиеның атыу алыҫлығы ике саҡрым тирәһе. Шуға ҡарамаҫтан, улар ҡаршы яҡты күрмәй. Координаталарҙы улар объектив контроль алып барыусы дрондарҙан ала.
Алынған координаталар шунда уҡ расчетҡа ебәрелә. Яугирҙар инде юҡ ителәсәк сәпте иҫәпләп сығарып АГС ты тиҙ арала тоҫҡай һәм ут аса.
"Эш" ҡушаматлы яҡташыбыҙ "Башҡортостан" полкы ойошторолғандан алып гранатометсылар подразделениеһында хеҙмәт итә. Дошмандың ҡораллы көстәре, еңел бронялы техниканы тар-мар итеүҙә агс һөҙөмтәле орудие, ти яугир.
Хәйер аҡыллы эш иткәндә һәр ҡорал да һөҙөмтәле. Айырыуса артиллерияе орудиелары. Был йәһәттән Башҡортостан егеттәре һынатмай. Һәр утлы сәләм тәғәйен урынға барып етә, ти яҡташтарыбыҙ.






