Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башлайҙар

Бының өсөн бөтә әҙерлек эштәре башҡарылған.
  • Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башлайҙар

Архитектур ҡоролма өлөшләп реставрацияға оҙатыла. Һәйкәл 1967 йылда нисек йыйылған, шул тәртиптә һүтеп алына. Салауат Юлаев һәйкәле тирәләй урынлаштырылған ҡоролма һүтеү эштәренең башланыуына ишара. Ә уның нигеҙендә ысын ҡаҙыныу эштәре бара. Юҡтан ғына түгел, реставрацияның тәртибе шулай. Студенттар бында тәүге табышҡа ла юлыҡҡан.

Ҡурған тирәләй тикшеренеү эштәре төҙөлөш барышына, йыл буйы дауам итәсәк. Ә һәйкәлдең дөйөм реставрацияһы 2 йылға иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә Салауат Юлаев һәм уның атының һынын ғына түгел, ә монументаль ҡоролманың аҫҡы каркасын да тулыһынса һүтеп яңынан йыйырға кәрәк тип иҫәпләй архитекторҙар, сөнки ул 70 процентҡа таушалған.

Тәүҙә батырҙың ҡылысы, ҡамсыһы алына. һуңынан инде ат өҫтөнән һыбайлы һын төшөрөлә. Ә бына скульптураның аҫҡы өлөшө тарихи фотографияларға таянып тулыһынса демонтажлана. Эске каркасты алмаштырыу һәм һәйкәлде тәүторошона ҡайтарыу менән Мәскәү белгестәре шөғөлләнәсәк.

Реставрация барышында бер генә үҙгәреш индереләсәк, дөрөҫөрәге тергеҙеләсәк тип вәғәҙәләй реставраторҙар. Аттың түшелдерегенән ҡасандыр юғалған медальон урынына ҡайтарыла.

Һәйкәлде һүтеү эштәре октябрь башында башлана һәм бер ай дауам итәсәк. Ул Өфөләге цехтарҙың береһенә оҙатыла. Реставрацияланғандан һуң ул тарихи урынына ҡайтарыла. Тантаналы асыу сараһы 2027 йылдың 11 октябренә тәғәйенләнгән – был көндә һәйкәл үҙенең 60 йыллығын билдәләй.