Салауат Юлаев һәйкәле Күсмә цивилизациялар музейында урын аласаҡ

"Иҫке" һәйкәлде туристар яҡындан ҡарай һәм тарихи ҡомартҡының үҙенсәлектәре менән таныша аласаҡ.
Салауат Юлаев һәйкәле Күсмә цивилизациялар музейында урын аласаҡ

Билдәле булыуынса, Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле 2025 йылдың октябрендә авария хәлендә булыуы сәбәпле һүтелде. Тикшереүҙәр уның конструкцияһының ныҡ туҙыуын һәм етди зыян күреүен асыҡланы. Һәйкәлде һаҡлап ҡалырға һәм тергеҙергә ҡарар ителде.

Ә Өфөләге тарих урында батырҙың яңы бронза һыны ҡуйыласаҡ. Ул элекке скульптураның тышҡы ҡиәфәтен мөмкин тиклем теүәл ҡабатлай.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Күсмә цивилизациялар музейын 2028 йылдың уртаһында асыу планлаштырыла. Шулай итеп, иҫке һәйкәл музей экспонаты булараҡ һаҡланасаҡ һәм уны һәр кем яҡындан күреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.