Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башланылар

Эшселәр постманеттан милли батырҙың бюстын сисеп алды.
  • Өфөлә  Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башланылар

Реставрация өсөн скульптураны махсус цехҡа оҙаталар.

Был ысын мәғәнәһендә тарихи кадрҙар. Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға оҙатыла. Эшселәр статуянан ҡылысты һәм бюсты һүтеп алды. Яҡыдан ҡарағанда, милли геройҙарҙың күп тонналы фигураһы реконструкцияға мохтаж икәнлеге күренеп тора. Һәйкәлде ноябргә тиклем тулыһынса һүтергә планлаштыралар. Ул Өфөнән ситкә китмәйенсә махсус цехта төҙөкләндереләсәк.

Был 1967 йылғы кадрҙар. Унда һәйкәлде асыуға арналған митинг төшөрөлгән. Архивта һаҡланған видеояҙмала КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нуриев символик таҫманы киҫеп, тантаналы телмәр әйтә. Шул ваҡыттан алыптаяу балкалары 70 процентҡа тутыҡҡан һәм һәйкәлде күтәрә алмай тигән һығымтаға килгән эксперттар. Реставрация ваҡытының был ике йылға һуҙылыуын һәйкәлдең ҙурлығы, шулай уҡ эш күләме һәм материалдың ҡатмарлығы менән аңлатыла. Атлы статуяның ауырлығы, әйткәндәй, 40 тоннанан ашыу. Бөтә эштәр ҙә даими контроль аҫтында һәм махсус әҙерләнгән план буйынса башҡарыласаҡ.

Скульптураның тулыһынса һүтеләсәге билдәле. Шунан һуң реставрациялана, ҡорос конструкцияның бер өлөшө алмаштырыла һәм урында уҡ йыйыла. Шулай уҡ атлы статуяға юғалған медальонды кире ҡайтаралар. Яңыртылған һәйкәлде асыу тантанаһы уның 60 йыллығы көндәрендә, 2027 йылдың 11 октябрендә планлаштырылған.