Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыу башланды.
  • Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков

Әле Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге цехта һәйкәлде реконструкциялау эштәре бара. Буяуҙың өҫкө ҡатламын ҡырып ташлағандан һуң яңы етешһеҙлектәр табылған. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында суйындан ҡойолған һыбайлы һәм уның аты скульптураһы ныҡ туҙған, сатнаған урындары бик күп. Тәҡдим ителгән варианттарҙың береһе – күренекле скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән һәйкәлде бронзанан ҡойоп, уны элекке урынына ҡайтарыу.

Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләһе буйынса Күҙәтеү советы ағзаһы Салауат Щербаков әйтеүенсә, һәйкәлдәр, күп осраҡта бронзанан ҡойола, сөнки бронза яҡшыраҡ, уға атмосфера йоғонто яһамай. Ғөмүмән, ул ваҡытҡа бирешмәй. Һәйкәлде бронзанан ҡойоу идеяһын дөрөҫ тип уйлайым, бынан һуң ул Ағиҙел ярында мәңге торасаҡ, тигән Салауат Щербаков.