Салауат Юлаев һәйкәлен 2027 йылдың октябрендә урынына ҡуйырға ниәтләйҙәр

Республика башлығы Радий Хәбиров Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына тиклем Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауҙы тамамаларға ҡушты.
  • Салауат Юлаев һәйкәлен 2027 йылдың октябрендә урынына ҡуйырға ниәтләйҙәр
Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында әле Салауат Юлаев һәйкәлен ҡойоу башланды. Яңыртылған һәйкәлдең деталдәрен 2027 йылдың майына тиклем ҡойорға планлаштырылар, һуңынан уны йыйырға һәм 2027 йылдың октябрендә Республика көнө алдынан урынына ҡуйырға ниәтләйҙәр. Шулай уҡ һәйкәл тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү, фонтанды үҙгәртеү һәм монумент тирәләй күҙәтеү баҫҡысы ҡуйыу ҡаралған.