Республика башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы менән танышты

Республика башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы менән танышты һәм күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Художество академияһы фондының реставрация төркөмө етәксеһе Андрей Кудрявцев әйтеүенсә, белгестәр скульптураны буяуҙан таҙартҡан һәм уның бик насар хәлдә икәнен асыҡлаған.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, скульптураны эшләгәндә ҡулланылған суйындың сифаты бик шәптән түгел. Ул хатта ҡойола башалаған. Мин бындай хәлде тәүге тапҡыр күрәм» — , тине Андрей Кудрявцев.

Салауат Юлаев һәйкәле былтыр көҙ һүтелгәйне. Реставрация өсөн Рәсәйҙең художество академияһы яуаплы, бынан тыш, эштәр барышынйәмәғәт фекере лидерҙары ингән күҙәтеү советы контролдә тота. Республика башлығы әйтеүенсә, һәйкәлде реставрациялау тураһында яуаплы ҡарар ҡабул иткәндә үк уның үтә лә насар хәлдә икәнен белә инек. Беҙ милли геройыбыҙ һәйкәле үҙенең урынына ҡайтып тағы ла йөҙҙәрсә йыл торһон өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров.