Дәүләт Думаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәштәргә яңы ярҙам сараһын ҡабул итте

Фронттан ҡайтҡан яугирҙар шунда уҡ юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итә аласаҡ.

Ғәмәлдәге ҡанун буйынса, мәктәп уҡыусыларының олимпиада һөҙөмтәләре 4 йыл ғәмәлдә, ә улар ВУЗ-ға ингәндә йә уҡығанда ташламалар бирә. Был ваҡыт хәрбиҙең махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан осорона ҡағылмай, йәғни, ул закон яугирҙарға ҡағылышлы эшләмәй.