Чиновник махсус хәрби операцияға барырға йыйына

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте белгесе Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға барырға йыйына.

Хакимиәт башлығы Антон Тарасов билдәләүенсә, хеҙмәттәше аныҡ һәм ҡыйыу ҡарар ҡабул иткән. Коллегалары ла ирҙең яугирҙарға ярҙам итергә теләүен хуплап тора.

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең бүлек етәксеһе һуңғы күрһәтмәләрен бирә. Хәҙер утын килтереү, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм сүп-сар йыйыу урындарын тәртипкә килтереү кеүек эштәрҙе махсус хәрби операцияға юлланған чиновниктың коллегаларына үҙҙәренә башҡарырға һәм эш йүнәлешен дә үҙгәртергә тура киләсәк.Ир күптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә. Ирекмәндәр эшен көйләй, гуманитар ярҙам туплауҙы ойоштора, үҙе ла ылау менән яҡташтарыбыҙ янына бер-нисә тапҡыр барып ҡайтҡан. Фронтта күп кенә егеттәр менән танышып, дуҫлашып алҡан. Ошондай сәфәрҙәр барышында бүлек етәксеһе Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә. Махсус хәрби операция биләмәһенә ир буш ҡул менән бармай. Район хакимиәте вәкилдәре, шулай уҡ битараф булмаған кешеләр бергәләп аҡса йыйып, яугирҙарға кәрәкле квадрокоптер һатып алған. Пилотһыҙ осоу аппараты еңел һәм уны алып барыуы ла уңайлы. Гуманитар ярҙам бының менән генә тамамланмай.Чиновник Оборона министрлығы менән бер йылға контракт төҙөгән. Әгәр ҙә талап ителһә ул килешеүҙе оҙайтырға ла риза. Ир билдәләүенсә, атаһы ла хәрби булған һәм улар артҡа сигенә белмәй.