Махсус хәрби операция тамамланғандан һуң Башҡортостан ниндәй үҙгәреш кисерәсәк?

Радий Хәбиров: махсус хәрби операциянан яраланып сығасаҡбыҙ.
Беҙ кешеләрҙе юғалттыҡ, кемдер инвалид булып, имгәнеп сыҡты. Шул уҡ ваҡытта һуғыштан һуңғы осорҙа тыуымдың артыуына ышаныс бар.
Быйыл махсус операцияға ярҙамға 26 миллиард һум бүленгән, ә дөйөм ихтыяж 32 миллиард тәшкил итә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операция осоро ауырға тура килә. Һәр ваҡыт приоритеттан сығып эш итергә кәрәк. Бөгөн төп бурыс – махсус оепарция бурыстарын үтәү.