Махсус хәрби операция яугирҙары өсөн ҡамыр аштары

Иглин районында ирекмәндәр махсус хәрби операция яугирҙары өсөн 7 центнер тоҙланған кәбеҫтә һәм тиҫтәләгән килограмм ҡамыр аштары әҙерләгән.
  • Махсус хәрби операция яугирҙары өсөн ҡамыр аштары
Ирекмәндәр хәрәкәте нисек үҫешә — был турала хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина әҙерләгән яҙмала.
«Салауат янында» тип аталған ирекмәндәр штабында иртәнән үк эш ҡайнай. Бында кәбеҫтә — 700 килограмм әҙерләмә яҡын арала яугирҙарға алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Эргәлә генә туҡмас ҡырҡалар, бауырһаҡ һәм сәк-сәк әҙерләйҙәр. Барыһына бергә 100 килограмдан ашыу он һәм 600 йомортҡа китә. Штаб рәсми рәүештә 2024 йылдан эшләй. Салауат Мостафин көн һайын иртәнге сәғәт 5-тә тороп, кискә тиклем эшләй. Ике йыл элек ул хатта үҙенең баҫыуын ултырта — бөтә уңышты яугирҙарға ебәрә.
Әлегәсә бөтә продукцияны уның өйөндә әҙерләгәндәр, айырым цех булмаған. Элекке мәктәп бинаһында бүлмәне ике аҙна элек кенә биргәндәр. Был майҙансыҡты ирекмәндәр «Изгелек ҡылабыҙ» берекмәһе менән бүлеште. Ғәҙәттә улар маскировка селтәрҙәрен үрә, әммә был юлы кәбеҫтәне турау менән шөғөлләнә башлаған. Ирекмәндәргә ярҙам итер өсөн Махсус хәрби операция яугирҙары үҙҙәре лә килгән. Гуманитар йөктө ошо көндәрҙә ебәреү планлаштырыла, шуға күрә аҙыҡ-түлекте мөмкин тиклем күберәк килтереү күҙаллана. Ирекмәндәр әйтеүенсә, Ватанды һаҡлаусылар өсөн хатта 700 килограмм кәбеҫтә эшкәртеү ҙә улар өсөн сик түгел.