Гуманитар ярҙамды Башҡортостан архитектура һәм төҙөлөш колледжы хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары йыйҙы. Уҡыу йорто икенсе йыл рәттән бал йыйыуҙы ойоштора. Әммә посылкаларҙы туплау татлы тәм-том менән генә тамамланмай. Студенттарҙың ата-әсәләре һәм яҡындары әүҙем ҡушыла, улар яугирҙарға бөтә кәрәк-яраҡтарҙы ебәрә. Гуманитар ылауҙы уҡыу йорто уҡытыусылары оҙатып йөрөй. Посылкаларҙа яугирҙар өсөн файҙалы әйберҙәр бихисап: газ баллондары, йылытҡыстар, маскировка селтәрҙәре, антидрон юрғандар.
Хыҙыр Үзбәков үҙе күптән түгел генә алғы һыҙыҡта хәрби бурыстар үтәй, яраланып реабилитация үткәндән һуң колледжда эшләй башлай. Махсус хәрби опреация ветераны хеҙмәттәштәре өсөн бөтә нәмәне шәхси тәжрибәһенән сығып йыя. Эштән бушатылғанға тиклем ул да "Башҡортостан" полкында хеҙмәт итә.







