Бынан тыш, аварияларҙа һәләк булыусылар ҙа кәмемәй. Сираттағы фажиғә Өфө-Инйәр трассаһында теркәлде. Статистика мәғлүмәттәре оператив кәңәшмәлә иғлан ителде. Ултырыш һәм унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин.
Башҡортостан Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтә. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ике республика араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу субьект етәксеһенең шәхсән күҙәтеүенә алына. Ғөмүмән, төбәктең инвестицион йәһәттән камиллашыуына Өфөләге халыҡ-ара бизнес аҙналығы ярҙам итергә тейеш. Башҡортостан яңырыштар юлында, тип иҫәпләй Радий Хәбиров. Баш ҡала уҙған осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһе лә бар. 3 көндә республика 15 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.Радий Хәбировтың тағы бер белдереүе спорт өлкәһенә ҡағылышлы. Өфөләге иң ҙур комплекстарҙың береһе – “Көрәш һарайы” йыл дауамында, ай һайын, аҙнаның ете көнөндә, тәүлек әйләнәһенә эшләргә тейеш. Мәҫәлән, “Алға” иҡтисади зонаһы кеүек. Ғөмүмән, Башҡортостан башлығының дүшәмбелә ҡыуаныслы яңылыҡтарға айырым туҡталды. Башҡортостан инвестиця сәйәсәте генә түгел, ә башҡа тармаҡтарҙың да өҫтөнлөклө икәнлеген раҫлай. Мәҫәлән, “Ауыл ерҙәрен комплекслы үҫтереү” программаһы”. Вице-премьер Илшат Фазрахманов, һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн ауыл ипотекаһына ҡушылыусылар арта. Республика ошо йәһәттән илдең иң ҙур банктары менән һөйләшеүҙәр алып бара. Шул уҡ ваҡытта “Төп терәк тораҡ пункттары” тураһында ла оноторға ярамай, ти ауыл хужалығы министры. Камил инфраструктураға бөгөн ауыл ере генә түгел, хатта сәләмәтлек тармағы ныҡ мохтаж. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, медицина системаһында “хәстәрлек” тигән тенденция өҫтөнлөк ала. Финанс һәм ваҡытлыса ресурстарҙы һаҡлау, ҡиммәтле ҡорамалдарҙы һөҙөмтәле ҡулланыу, оптимизация һәм башҡалар. Бөгөн тап ошо төшөнсәләр “Хәстәрлек” тигән аңлатмаға яуап та булып тора. медицина өлкәһендә иһә декабрҙә тағы ла бер ҙур ваҡиға. Башҡортостанда был айҙа өр-яңы 6 поликлинка үҙ ишектәрен асырға тейеш.Тик ваҡыттың үҙ ҡағиҙәһе. Быйылғы һауа торошона бәйле, Башҡортостанда быйыл Раштыуа байрамдарының сағыштырмаса күңелһеҙерәк үтеүе лә бар. Сөнки, һындар эшләргә йылға-күлдәрҙә боҙ юҡ. Башҡортостан башлығының йәнә бер белдереүе иғтибарға лайыҡ. Ә байрам көндәрен имен уҙғарыу өсөн бөтә һаҡлыҡ саралары күрелергә тейеш. Оператив органдар вәкилдәре ҡатнашлығындағы кәңәшмә 24-се декабргә тәғәйенләнде. Ә 29-сы декабрҙәге ултырышта республикала уҙып барған йылдың тәүге һәм рәсми һөҙөмтәләре иғлан ителәсәк.







