Был турала Башҡортостан Башлығы "Ватаныма хеҙмәт итәм" форумында белдерҙе. Унда ҡаралған мәсьәләләр һәм яңғыраған белдереүҙәр тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина.
Венер Сафин Махсус хәрби операция башланғандан алып ил һағында тора. Шайморатов генерал исемендәге беренсе башҡорт батальонында хеҙмәт итә. Ветеран яу яланынан ҡайтып хәҙер ябай тормошҡа күнегә. «Ватаныма хеҙмәт итәм» форумында ул үҙенең дуҫтары, яуҙаштары менән дә осрашып өлгөргән.
Ватаныма хеҙмәт итәм» республика мәғариф форумы сиктәрендә Махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһының ултырышы үтте. Радий Хәбиров, хәҙер төп бурыс — яугирҙарҙы реабилитациялау, тип билдәләне. Муниципалитеттарға ла был эштә үтә лә иғтибарлы булырға ҡушты республика башлығы. Яуҙа ҡатнашыусы өс меңдән ашыу кеше хәрби бурысын үтәп республикаға ҡайтҡан.
Радий Хәбиров республикала «Башҡортостан Геройҙары» төбәк программаһының ғәмәлдә булыуын хәтергә төшөрҙө. Уның сиктәрендә 70 ҡатнашыусы белем ала. Ҡайһы берҙәре республиканың идара органдарында эшләй һәм бөтә Рәсәй форумдарында төбәк исеменән сығыш яһай. Спорт менән шөғөлләнеү ҙә махсус операция ветерандарына тыныс тормошҡа ҡайтырға, реабилитация үтергә ярҙам итә. Төбәктә бының өсөн бер нисә секция булдырылған. Форум сиктәрендә яугирҙар һәм ветерандар өсөн бер нисә майҙансыҡ ойошторолдо, унда махсус хәрби операция яугирҙары, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары психологик, хоҡуҡи һәм социаль консультация алды. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам иткән рухи остаздар статусына айырым иғтибар бүленде.
Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ . Сәхнәлә торған ветерандар өсөн был һүҙҙәр күпте аңлата. Уларҙың һәр береһе махсус хәрби операция барышында ошо сифаттарҙы күрһәтә һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Батырлыҡтары өсөн Радий Хәбиров уларға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Сара һуңында беҙҙең заман геройҙары берҙәмлек һәм батырлыҡ тураһында йырҙар башҡарған ветерандар һәм уларҙың ғаиләләре араһында төбәк-ара патриотик фестивалдең гала-концерты үтте.







