Радий Хәбиров быйылғы тәүге ултырышта яңы бурыстар билдәләне һәм барыһын да әүҙем эшмәкәрлеккә саҡырҙы. Билдәләнгән барлыҡ бурыстарҙы ғәмәлгә ашырырға кәрәк, тине республика башлығы. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.
Башҡортостан өсөн яңы йыл ҙур ҡыуаныстарҙан башлана. Шмидтово ауылында асылған мәктәп ошо турала һөйләй. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн төҙөлөштә ҡатмарлыҡтар булған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн етди һөйләшеү кәрәк.Оператив ултырыш үҙенең матур йолаларын быйыл да дауам итә. Полковник Ринат Ибраһимов хәҙер “Генерал Шайморатов” ордены кавалеры. Кәңәшмәләге тағы бер оператив мәғлүмәт тураһында айырым әйтергә кәрәк. Байрам осорон Башҡортостан имен үткәргән.Әммә, республика халҡының ведомстволарға һорауҙары юҡ түгел. Граждандарҙы борсоған иң актуаль һорауҙарҙың хатта айырым исемлеге лә бар.Яңы йылдың беренсе эш көнөндә Башҡортостан уҙған йылдағы беренсе һөҙөмтәләрен дә иғлан итте. Республика “Ватанды һаҡлаусылар йылы” һәм уның сиктәрендә күрелгән сараларға йомғаҡ яһай. Республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға артабан да дауам итәсәк. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та белдерә. Бөгөн төп бурыстарҙың береһе — алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу яугиргә социаль адаптация үтеүҙә булышлыҡ күрһәтеү. Был категория граждандарҙы эш урындары менән тәьмин итеү ҙә тәүге урында. Был категория граждандарҙы эш урындары менән тәьмин итеү ҙә тәүге урында. Яңы йылда иһә Көйөргәҙе халҡын да ҙур үҙгәрештәр көтә. Ермолевола, ниһәйәт, бассейн асыласаҡ.







