Рөстәм Күсмаев һәм Илгиз Зәйнуллин Радий Хәбиров ҡулынан Шайморатов генерал миҙалын алды. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжеты.
Оператив кәңәшмә матур йоланан — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бер төркөм яугирҙарҙы бүләкләү тантанаһынан башланып китте. Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә иң һөҙөмтәле тип танылған муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарын да бүләкләнеләр. Уларҙың эшен баһалау тураһында премьер-министр урынбаҫары – БР хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов хәбәр итте.
«Һаулыҡ һәм демографик үҫеш» номинацияһында Өфө ҡалаһы, Дәүләкән һәм Ҡариҙел райондары еңде.
«Социаль үҫеш» номинацияһында йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү, бөтә граждандар өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу шарттарын үтәүҙә, Күмертау ҡалаһы, Бөрө һәм Бүздәк райондары беренсе урындар яуланы.
Башҡортостан башлығы район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙы, ижади индустрияларҙы үҫтереүҙе лә тикшерҙе.Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән видеоконференция режимында һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт комплексы хәле тикшерелде.
Республикала көндәрҙе һалҡынайтыр, тип көтөлә. Радий Хәбиров тейешле хеҙмәттәрҙе ашығыс хәлдәргә әҙер булырға саҡырҙы.Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына креатив индустрияға иғтибар итергә ҡушты.
«Һанлы технологияларға бәйле бөтә нәмә беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ уларҙы иҡтисадҡа, төбәккә идара итеү системаһына индереү буйынса эш алып барабыҙ – шунһыҙ алға табан хәрәкәт итеү мөмкин түгел», – тине Башҡортостан Башлығы.Республика етәксеһе билдәләүенсә, мәғлүмәт технологиялары креатив индустрияның бер өлөшө булып тора һәм Башҡортостан иҡтисады өсөн бик мөһим.







