Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан халҡы хеҙмәт ҡаһарманлығы, махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ысын хәрби батырлыҡ күрһәтә. Был хаҡтағы бар мәғлүмәт һаҡланырға һәм теркәлергә тейеш. Кире осраҡта күп нәмә онотолоуы ихтимал. Шуға ла, Радий Хәбиров махсус хәрби операция йылдарында Башҡортостан халҡының ҡаһарман хеҙмәтен һәм хәрби батырлығын мәңгеләштереү буйынса саралар планын уйларға ҡушты. Йөкләмәне тормошҡа ашырыу маҡсатында киң мәғлүмәт саралары, махсус хәрби ветерандары ассоциацияһы вәкилдәренән торған махсус комиссия төҙөлә.
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың хәрби ҡаһарманлығы мәңгеләштерелә
Радий Хәбиров шундай йөкләмә бирҙе.







