Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә беҙҙең шифаханаларҙың береһе лә был эштән ситтә ҡалмауын билдәләне. Уларҙа бөтәһе 9 меңгә яҡын кеше дауаланған. Бюджеттың сикле булыуы сәбәпле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарының шифаханаларҙа льготалы шарттарҙа йәшәүе туҡтатылғайны. Был ҡарарҙы Радий Хәбиров урынһыҙ тип атаны һәм Республика хөкүмәтенә финанслау сығанаҡтарын билдәләргә һәм был ярҙамды тулы күләмдә тергеҙергә ҡушҡайны.
Башҡортостан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларын һауыҡтырыу эшен башланы
Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау һәм уларҙың ғаилә ағзаларын һауыҡтырыу эшен башланы.






