Хис тойғоларҙы ситкә ҡуйып айыҡ аҡыл менән уйларға кәрәк

Мәктәптәрҙә именлек системаһын нығытыу тураһында уйларға кәрәк. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
  • Хис тойғоларҙы ситкә ҡуйып айыҡ аҡыл менән уйларға кәрәк

Үткән аҙнала 16-сы гимназияла һәм медицина университетының ятағында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдәр етди саралар күреүҙе талап итә. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.

Башҡортостан яңы аҙнала яңы уңыштарҙы барлай. Республиканың йәш спортсылары донъя аренаһында ҙур еңеүҙәр яулай. Фехтование буйынса Тунистағы турнирҙа Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүселәре алтын миҙалдар менән бүләкләнде. Бындай ҡаҙаныштар субьектта спортың юғары кимәлдә булыуын йәнә бер тапҡыр раҫлай. Башҡортостан вәкилдәре өсөн Тунистағы еңеүҙәр киләһе уңыштарҙың сираттағы баҫҡысы. Республика спортсылары Рәсәй йыйылма командаһының төп составына даими һайлана. Тик үҫмерҙәр менән үҫмерҙәр араһында ла айырма юҡ түгел.

Киләсәк быуын вәкилдәре араһында кемдер үҙен спортҡа, файҙалы эшкә арнаһа, ҡайһылары енәйәт юлына баҫа. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә булған ваҡиғаларға үҙ бабаһын бирә. Республика етәксеһе әйтеүенсә, бөгөн неонацизмға урын булырға тейеш түгел. Әгәр ҙә теге йәки был ваҡиғаларға юл ҡуйылған икән, тимәк, бындай хәлдәрҙе тамырынан ҡороторға кәрәк. Дүшәмбелә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы документҡа ҡул ҡуйҙы. Республиканың Рәсәй Президенты эргәһендәге даими вәкиллегендә илдең башҡа субъекттарында белем алыусы яҡташ студенттарҙың кадрҙар үҙәге буласаҡ.

Оператив ултырышта Башҡортостандың көндәлек тормошона бәйле мәсьәләләр ҡарала. Уларҙың береһе – республиканы сифатлы элемтә менән тәьмин итеү. Федераль юлдарҙың субьект аша уҙған өлөштәре, ауылдарҙы интернетҡа тоташтырыу – быларҙың барыһы ла халыҡтың йәшәйеш сифатын юғары кимәлгә күтәреү.

"Һанлы тигеҙлек". Башҡортостан бөгөн ошондай принцип, йәғни, ҡағиҙә буйынса йәшәй. Шулай ҙа, бөгөн төп маҡсаттарҙың береһе – йәштәр менән эшләү. Республиканың профиль министрлығы ла ошо йүнәлештә маҡсаттарын билдәләй. Исемлектә Йылайырҙағы, Мәскәүҙәге саралар бар. Бынан тыш, Башҡортостан Мәскәүҙә уҡыған яҡташ студенттарға ла күстәнәс әҙерләй. Дүшәмбе ултырышында Башҡортостандың белем биреү тармағындағы ҙур үҙгәрештәр тураһында ла мәғлүмәттәр иғлан ителде. Быйыл республиканың бер-нисә ҡалаһында ҙур мәктәптәр сафҡа тапшырыла. Меңәрләгән урынға иҫәпләнгән белем усаҡтары декабрҙә Стәрлетамаҡ менән Нефтекамала үҙ ишектәрен аса. Һәм мәғариф тармағын килгәндә, Башҡортостан башлығы республикала уҙған аҙнала, үҫмерҙәр ҡатнашлығы булған ғәҙәттән тыш ваҡиғаларҙы тикшергәндә эмоцияларҙы ситтә ҡалдырырға саҡыра.