Радий Хәбиров Учалыла махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

Республика етәксеһе хәрбиҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Яугирҙәр хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң ошондай наградаға лайыҡ булды.

Яугирҙәрҙең туғандары Радий Хәбировҡа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә даими иғтибары һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.