Башҡортостан сит илдәр генә түгел, ә Рәсәй субьекттары менән хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйтә. Ошо йәһәттән шишәмбелә республикала Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер етәкселегендә ҙур делегацияны көтәләр. Был хаҡта Радий Хәбиров шишәмбеләге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Бынан тап 4 йыл элек ошо көндә махсус хәрби операция башланды. Башҡортостан алғы фронтҡа һәр саҡ ярҙам итте һәм ярҙам итәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн барыһы ла еңеү өсөн.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы ҡулға алыуға бәйле ваҡиғаға аңлатма бирҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, министрлыҡ ғәҙәти режимды эшләргә тейеш.
Оператив кәңәшмәлә ҡаралған төп һорауҙарҙың береһе - коммуналь инфраструктура обьекттарын төҙөү һәм яңыртыу. Министр Ирина Голованова әйтеүенсә, Башҡортостан быйыл Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Туймазыла төрлө программаларҙы бойомға ашырасаҡ. Бының өсөн миллиардтарса һум аҡса ла ҡаралған. Тик системаа үҙе иҫкергән, ти профиль ведомство етәксеһе.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған кәңәшмәлә шулай уҡ граждандар именлеген тәьмин итеү тураһында ла һүҙ булды. Республикала бөгөн айырым категория граждандарға янғын сығыу тураһында ҡулайламалар бүлеү иғтибарҙа ҡала. Хәүеф хаҡында сигнал биргән ҡоролма быйыл да тиҫтәләгән кешене бәләнән аралап ҡалған. Кәңәшмәлә республика юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау тураһында айырым әйтелде. Был эште сифатлы итеп башҡарыу өсөн асфальт етештереү буйынса ваҡытлыса 25 завод асыласаҡ.







