Уларҙың барыһы ла һүндерелгән, тип хәбәр ителә. 2026 йыл башынан алып 80 гектарҙа 8 урман янғыны, дөйөм майҙаны 315 гектарҙа 169 ҡоро үлән яныу осрағы булған. Хәлде контролдә тотабыҙ, ти белгестәр.
Уҙған тәүлектә дүрт муниципалитетта янғын теркәлгән
Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Сибай, Күмертау ҡалаларында һәм Краснокама, Баймаҡ райондарында ҡоро үлән яныу осраҡтары билдәләнгән.






