Яҙ Рәсәйҙә ут ялмап алған майҙан үткән йылға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек кәмегән. Һәләк булыусылар юҡ, инфраструктура зыян күрмәгән. Күҙаллауҙар буйынса, йәйен Алыҫ Көнсығышта, Себерҙә янғын хәүефе юғары буласаҡ.
Республикала йыл башынан 328 гектарҙа 197 янғын теркәлгән. Тәбиғи янғындарҙың барыһы ла тәүге тәүлектәрҙә үк һүндерелгән.
30 апрелдән 12 июнгә тиклем Башҡортостанда янғынға ҡаршы махус режим индерелгәйне. 13 июндән урман фондында ла ошондай уҡ режим ғәмәлдә. Башҡортостанда тәбиғи янғындарҙы һүндереү өсөн 9 мең кеше һәм 2 мең берәмек техника, урман янғындарын һүндереүгә 12 мең кеше һәм 3 мең 500 берәмек техника йәлеп итеү ҡарала.







