Янғындар арта

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кеше үлеменә килтергән янғындар артыуға борсолоу белдерә.
  • Янғындар арта

Үткән ял көндәрендә генә Дәүләкән, Өфө һәм Баҡалы районындарында утта өс ирҙең ғүмере өҙөлдө. Шаран районында йорт хужаһын янғын һүндереүселәр ҡотҡарҙы, әлеге мәлдә ул төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханала.Йыл башынан алып республикала 5661 янғын сығыу осрағы теркәлгән, утта 155 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың 7-һе балалар. 95 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды.