Республикала эҫе көндәр янғын хәүефен бермә-бер арттыра

Республикала йыл башынан 328 гектарҙа 197 янғын теркәлгән.
  • Республикала эҫе көндәр янғын хәүефен бермә-бер арттыра

Тәбиғи янғындарҙың барыһы ла тәүге тәүлектәрҙә үк һүндерелгән. 30 апрелдән 12 июнгә тиклем Башҡортостанда янғынға ҡаршы махус режим индерелгәйне. 13 июндән урман фондында ла ошондай уҡ режим ғәмәлдә. Башҡортостанда тәбиғи янғындарҙы һүндереү өсөн 9 мең кеше һәм 2 мең берәмек техника, урман янғындарын һүндереүгә 12 мең кеше һәм 3 мең 500 берәмек техника йәлеп итеү ҡарала.