Францияның Атлантикалағы утрауҙарына “Ирма” атамаһы алған көслө дауыл ябрылды. Уның эҙемтәләре ҡеүәтле шартлауға тиң. Уға Саффир-Симпсон шкалаһы буйынса иң юғары бишенсе категория бирелгән. Ғәрәсәт Сен-Мартен утрауының 95 проценты емергән, алты кешенең ғүмерен өҙгән. Пуэрто–Рикола бер ҡорбан тураһында әле билдәле. Метеорологтар “Ирма”ның артабан Куба һәм Флоридаға табан юлланыуын хәбәр итә. Унда йәшәгән халыҡты һәм туристарҙы эвакуациялай башлағандар.
“Йәшел патруль” йәмәғәт ойошмаһы 2017 йылдың йәй айҙары буйынса Рәсәй субъекттарының экологик рейтингын төҙөнө. Улар һауаның, һыуҙың, сифатын, сүплектәрҙең һанын, йәмәғәт ойошмаларының әүҙемлеген тикшергән. Тәүге урындарҙа Тамбов өлкәһе, Алтай республикаһы һәм крайы. Иң таҙалар исемлегенә Мәскәү һәм Санкт-Петербург та ингән. Ә экологик яҡтан иң күп проблемалар Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә. Улар исемлектең һуңғы урындарын биләй.
Ағыулы йомортҡалар донъяның 40 илендә табылған. Шул иҫәптән, Рәсәй, Америка Ҡушма штаттары, Европа илдре һәм башҡалар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек Нидерландтағы тауыҡ фермаһында паразиттарҙы ағыулаған инсектицид фипронил тигән матдә эләккән тауыҡ йомортҡалары донъя баҙарына тарала. Кешенең һаулығына ҙур зыяны юҡ, әммә организмдың эске ағзаларын зарарлауы ихтимал. Бигерәк тә, балалар өсөн хәүефле.