Ағиҙел йылғаһы һайығыуға бәйле беҙҙең телекомпания хәбәрсеһе Алексей Агров республика башлығына һорау бирҙе

Республика башлығы билдәләүенсә, был мәсьәлә, ысынлап та, бар. Әммә был фажиғәле түгел.
Ағиҙел йылғаһы һайығыуға бәйле беҙҙең телекомпания хәбәрсеһе Алексей Агров республика башлығына һорау бирҙе
Йыл һайын тиерлек йылғаның тәрәнлеге үҙгәреп тора. Хатта йәй баҡсаларҙы һыу баҫҡаны ла бар. Ағиҙелдең һайығыу мәсьәләһе бар, әммә был тәбиғи процесс. Уны туҡтатып булмай, тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге минуттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеште "Башҡортостан 24", "Рәсәй 24" телеканалдары эфирында күҙәтергә мөмкин. Эфирҙы "Башҡортостан 24" телеканалында төнгө 12-нән ҡабаттан ҡарарға мөмкин.