Тура бәйләнеште башлап Радий Хәбиров халыҡ менән туранан-тура аралашыуҙың мөһимлеген билдәләне. Тап ошондай һөйләшеү күп кенә мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә тине, республика башлығы. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин репортажы.
Башҡортостан халҡына тура линия, уға булған ҡыҙыҡһыныуы өсөн айырым рәхмәт. Республика етәксеһе субъектта йәшәүселәр менән осрашыуын ошондай һүҙҙәр менән башланы. Сәғәттәр буйына барған был һөйләшеү, ысынлап та, ентекле әҙерләнеү талап итә. Ә әҙерлек иһә йыл буйына һуҙыла. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, һандар һәм мәғлүмәттәрҙе белеү нигеҙе – даими һәм туҡтауһыҙ эш.
Көндәлек әҙерлектең береһе – пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә ҡаршы тороу. Террор ғәмәлдәре беҙгә килеү генә түгел, ә ул дауам да итә. Башҡортостандағы махсус штабтың үҙ планы һәм билдәләнгән бурысы бар. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөнгө шарттарҙа һуңғы ике йыл эсендә республикала предприятиелар именлеген тәьмин итеү өсөн ҙур аҙымдар яһалған. Әммә, тынысланырға иртәрәк. Пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме артабан да көсәйәсәк. Ә ул ныҡлы көсәйәсәк. Радий Хәбиров был фактты йәшермәй. Халыҡ именлеге өсөн бөгөн айырым проекттар кәрәк. Мәҫәлән, "Барс" отряды. Бөгөн унда мең ярым кеше хеҙмәт итә. Пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе иғлан ителгән ваҡытта хәүефһеҙлектең бөтә сараларын күреү именлектең беренсе талабы. Башҡортостан башлығы республика халҡын күрелгән ҡағиҙәләрҙе аңлап ҡабул итергә саҡыра.
Халыҡтан ҡабул ителгән меңдәрсә һорауҙың байтағы торлаҡ- коммуналь тармаҡҡа бәйле. Мәҫәлән, Өфөләге Ленин исемендәге парк. Баш ҡаланың үҙәк өлөшөндәге был урында әле эштәр тулыһынса тамамланмаған. Тиҙҙән унда арка ҡуйып бөтөргә тейештәр, һуңынан иһә унда айырым сәғәт тә буласаҡ.
Өфөгә бәйле яңылыҡтар бының менән тамамланмай. Баш ҡала мэры исеме киләһе аҙнала, 17-се ноябрҙә иғлан ителәсәк. Радий Хәбиров ҡала советы депутаттары ултырышында ҡатнашасағы тураһында ла әйтте. Ә хакимиәт алдында ҙур бурыс тора. Ул Шанхай хеҙәмттәшлеге ойошмаһына ингән илдәр саммитына әҙерлек.
Юлдарға килгәндә, халыҡтың республика башлығына һорауҙары юҡ ҡына түгел. Кемдер хатта башҡа ауылға күсеп китергә лә риза. Белореттағы Йөйәк, Ғәбдөк ауылдарында йәшәүселәр ҙә бөгөн юл сифатынан риза түгел.
Ә бына тиҙҙән Радий Хәбиров Октябрьский, Туймазы яҡтарына барасаҡ. Уның сәбәптәре лә юҡ түгел. Башҡортостан башлығы сәнәғәт предприятиеларын йәш кадрҙар менән тәьмин итеүгә лә аныҡлыҡ индерҙе. Радий Хәбиров Башҡортостан биләмәһендә вейптар, йәғни, төтөн сығарыусы ҡулайламаларҙы тыйыу тураһындағы мәсьәләгә лә аныҡлыҡ индерҙе. Башҡортостан башлығына рәхмәт һүҙҙәре лә юҡ түгел. Ейәнсурала, мәҫәлән, “Ауыл табибы” программаһына ҡушылыусылар бихисап. Улар 16 кеше. Ейәнсураларға ҡыуаныслы хәбәр ҙә бар. Яҡын арала район дауаханаһын үҙгәрештәр көтә. Башҡортостан башлығы менән әңгәмәлә халыҡ-ара сәйәсәткә лә иғтибар бүленде. Радий Хәбиров Абу-Дабиҙағы 3 яҡлы һөйләшеүҙәргә бер ни тиклем аныҡлыҡ индерҙе. Бөгөнгө шарттарҙа Башҡортостан иҡтисадын һаҡлап ҡалыу, үҫтереү ауырға тура килә. Әммә, туҡталып ҡалырға ярамай, тип иҫәпләй Радий Хәбиров. Саҡырыуҙар буласаҡ, уларҙы йәшерергә ярамай. Башҡортостан башлығына килгән һорауҙар араһында тәбиғәткә бәйлеләре лә булды. Мәҫәлән, айыуҙар. Республикала "урман хужалары" һаны кәмемәй. Йыртҡыстарҙы аулау, улар һанын көйләү һәр даим иғтибарҙа. ГТО нормаларын үтәүсе "көмөш быуын" вәкилдәре лә үҙҙәренә иғтибар итеүҙе һорай. Был тәҡдим Әбйәлилдән яңғыраны.
Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш сама менән 4 сәғәт 30 минут дауам итте. Әңгәмәгә социологтар һәм политологтар юғары баһа бирә. Белгестәр әйтеүенсә, был һөйләшеү Башҡортостандың бөгөнгө йәшәйешен, киләсәккә маҡсаттарын аныҡланы.







