Дәүләт башлығы әйтеүенсә, әгәр Европа Рәсәйҙең аҡсаларын үҙенсә файҙаланһа, бының өсөн яуап тоторға киләсәк. Бынан тыш, беҙҙең дәүләттең суд органдарына мөрәжәғәт итеү хоҡуғы бар.
Урлау түгел, ә талау
Президент Европа тарафынан Рәсәйҙең сит илдәрҙә, тәү сиратта, Бельгия банкында һаҡланған ҙур суммалағы аҡсаһын үҙләштерергә тырышыуҙы урлашыу түгел, ә “талау” тип иҫәпләй.







