Яу яланында булып ҡайтҡан Сейә

Ун туғыҙ йәшлек батыр йөрәкле ҡыҙ яҡындарына әйтмәйенсә Махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Киләсәктә медик булырға хыяллана.
  • Яу яланында булып ҡайтҡан Сейә

"Вишня" ҡушаматлы яугир менән хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина осрашты.

Ғаиләләге берҙән-бер ҡыҙ баланың ил тыныслығы өсөн һуғышҡа китеү хәбәрен ишеткәс ата-әсәһе ниндәй хис-тойғолар кисергәнен үҙҙәре генә белә. Әле генә 19 йәше тулған “Вишня” ҡушаматлы яугирҙы һуғышта йөрөп ҡайтҡан тип бер ҙә генә лә уйламаҫһың. Башта ул яу яланына гуманитар ылау менән бара, бында хәрбиҙәрҙән беренсел медицина ярҙамы күрһәтергә һәләтле белгестәр етмәүе тураһында ишетә.

"Вишня" оҙаҡ уйлап тормайынса контрактҡа ҡул ҡуя һәм уҡсы-санитар һөнәрен үҙләштерә. Ҡыҙҙың өләсәһе лә Бөйөк Ватан һуғышында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған. Ҡан тартҡандыр, ти ҡыҙ. 2025-се йылдың декабрендә ҡыҙ эвакуация бригадаһы менән яраланған яугирҙарҙы алырға бара. Ҡайтып килгән саҡта төркөм танк уты аҫтына эләгә. Эргәләге урманға инеп йәшенгәс минометтар яуа башлай.

"Вишня" өсөн тыныс тормошҡа ҡайтыуы ла бик ауырға төшкән. Ҡыҙ әле лә битараф ҡалмай. Ҡыҙыл Яр ауылындағы штабҡа килеп маскировка селтәрҙәре үрешә, гуманитар ылау туплауҙа ярҙамлаша. Әйткәндәй, штабта 50-нән ашыу ирекмән йыйылып киткән, һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ирекмәндәр араһында Фатима Кәбирова ла бар. Штабҡа ул осраҡлы ғына килеп эләкмәгән. Ҡатындың улы йылдан ашыу яу яланында ил тыныслығы өсөн көрәшә.

"Вишня" алғы һыҙыҡта тыл ярҙамы ни тиклем мөһим икәнен яҡшы аңлай һәм хәленән килгәнсә был эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң ҡыҙ киләсәген дә ныҡлы хәл иткән — ул тормошон медицина менән бәйләргә йыйына.