130-сы гуманитар конвой юлланды

130-сы гуманитар конвой юлланды.

Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 130-сы гуманитар конвой юлланды. Ул Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Курск өлкәһендәге зыян күреүселәргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға адреслы ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән ебәрелде. Яугирҙәргә УАЗ, ГАЗ, ВАЗ, ПАЗ, НИВА машиналары, мотоцикл һәм квадроциклдар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ, гуманитар йөк эсендә мобиль мунса, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, аҙыҡ, маскировка селтәрҙәре, һыу, дарыуҙар һәм яугирҙарҙың туғандарынан посылкалар бар.