Радий Хәбиров ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе

Радий Хәбиров Башҡортостан ирекмәндәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
  •  Радий Хәбиров ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе
Башҡортостандан 170 гуманитар ылау 19 мең тонна йөк килтергән. Хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа предприятиелар, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ, ирекмәндәр әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының эшмәкәрлеге хаҡында яҙып сыҡты. Унда 20 меңдән ашыу кеше эшләй. Штаб бүлексәләре республиканың һәр муниципалитетында бар. Былтыр «шайморатовсылар» 36 мең маскировка селтәре үргән, 79 мең әйбер, шул иҫәптән 10 мең һаҡланыу костюмы һәм дронға ҡаршы юрған теккән. 72 мең окоп шәме яһаған, 6 тонна туҡмас, сәк-сәк һәм бауырһаҡ әҙерләгән. Яугирҙәргә 300 берәмек автотехника, 200 генератор, 64 күсмә мунса тапшырған. Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ирекмәндәр уларҙың туғандарына һәм яҡындарына бара, яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын әҙерләргә һәм ҡар көрәргә, бесән сабырға, уңыш йыйырға ярҙамлаша, башҡа көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә.