Нурия Хәтмулла ҡыҙы һәр ойоҡбаш эсенә кәнфит, кофе һәм иң изге теләктәре менән хат һала. Унда хәрбиҙәргә үҙҙәрен һаҡларға һәм тиҙерәк өйҙәренә әйләнеп ҡайтырға тигән һүҙҙәр бар. Әлеге ваҡытта ҡатындың кейәүе, ҡустылары һәм бер ейәне алышта.
Өйөндә күңелһеҙ булып китһә, Нурия Хәтмулла ҡыҙы күрше ауылға юллана, бында хакимиәт бинаһында ирекмәндәр эшләй. Эш яйға һалынған, берәүҙәре йәйгеһен үҙҙәре йыйған үлән менән сәйҙе тултырһа, икенселәре һалма ҡырҡа. Әйткәндәй, дүрт йыл элек "Өмөт" ирекмәндәр штабында тап һалма ҡырҡыуҙан эш башлана ла инде. Ауыл ҡатындары берләшеп, яҡташтары өй йылыһын тойһон өсөн бергәләшеп посылкалар тупларға керешә. Мөйөштә тегеү цехы эшләй. Бында ҡатындар дрондарға ҡаршы юрғандар һәм яҫтыҡ тыштары тегә. Дурасов ауылында урынлашҡан ирекмәндәр штабына төрлө ауылдарҙан оҫталар килә. Күпселегенең яҡындары махсус хәрби операцияла. Быйыл ғына ете кеше контракт төҙөгән.
Быйыл "Өмөт" ирекмәндәр штабы грант отҡан, уның ярҙамында ауыл биләмәһе селтәрҙәр һәм дрондарға ҡаршы юрған тегеү өсөн туҡыма һатып алған. Йәшеренеү селтәрҙәренең нигеҙен эшләү өсөн күрше ауылға баралар, унда "Орган" атамалы махсус ҡорамал ҡулайлаштырғандар.
Дурас ауыл биләмәһендә эштәр дауам итә. Хәҙер бында сираттағы ылау әҙерләнә. Унда хәрбиҙәр өсөн мотлаҡ өй йылыһы менән тулған әйберҙәр һәм тәмле күстәнәстәр бар.






