Унда нимә тупланғаны хаҡында сираттағы сюжет ҡарағыҙ.
Урал аръяғының эшҡыуарҙар ойошмаһы, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән йүнселдәр йәнә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылау туплау өсөн берләште. Был юлы ла яугирҙарҙың һорауы буйынса әлеге мәлдә уларға кәрәкле әйберҙәр йыйылды.Гуманитар ылауҙа маскировка селтәрҙәре, квадрокоптерҙар, рациялар һәм башҡа бихисап әйбер бар. Тейешле әйберҙәр тупланып һәм машиналарға тейәлгәс шунда уҡ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Бөтә гуманитар ылау тәғәйенләнгән подразделение һәм яҡташтарыбыҙға барып еткән.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы баймаҡтар иһә гуманитар ылау туплауға ярҙам итеүҙә үҙ көстәрен һәм ваҡытын йәлләмәгән яҡташтарына ҙур рәхмәтен белдерә. Шулай уҡ, улар яңыраҡ билдәләнгән Әсә көнө менән яҡындарын ҡотлап, йылы һүҙҙәрен еткерҙе, һаулыҡ теләне.Гуманитар ылау тәғәйен еренә барып етеп, беҙҙең егеттәр өй йылыһы һәм ярҙам алды. Махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү һәм дөйөм еңеүгә өлөш индереү һәр кемдең изге бурысы.







