Яугирҙарға Яңы йыл күстәнәсе

Махсус хәрби операция биләмәһенә республиканан оҙатылған 168-се гуманитар ылау барып етте.
  • Яугирҙарға Яңы йыл күстәнәсе

Яҡташтарға оло рәхмәт менән "Көҙән" ҡушаматлы яугир ылау бушата. Был йөктө Бижбүләк районы ирекмәндәре йыйған. 168-се гуманитар ылау бүләктәргә бай булып сыҡты. Броня ҡуйылған Урал, юлһыҙ ерҙән үтергә Уаз буханка һәм Нива автомобилдәре махсус хәрби операция биләмәһенә килеп етте.

Даими төрлө нығытмалар төҙөгән яугирҙар өсөн таҡта һәм төҙөлөшө матераилдары байрамға яҡшы бүләк. Хәйбулла районы ла яугирҙарын бүләкһеҙ ҡалдырманы. Яңы йыл алдынан ебәрелгән ылау иремәкмәндәр, эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ көсө менән тупланған.

Тылдың ныҡлығын тойоу яугирҙарға көс өҫтәй, күңел ҡыуанысы, йөрәккә һәм беләккә ныҡлыҡ бирә. Башҡортостан мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итеүсе егеттәр ярҙам өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, һәм еңеү мотлаҡ беҙҙә буласаҡ, тип белдерә.