Шишмә районының еңеүгә индергән өлөшө тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина һөйләй.
Йорт һәм тыныс тормош тураһында иҫкә төшөрөү өсөн хуш еҫле ҡаҙы, һуйылған ҡаҙ, Шишмә питомнигында йыйылған еләк — емеш ҡайнатмаһы, һәм, әлбиттә, бал. Был деликатестарҙың барыһы ла бер ҡумтаға йыйыла. Ҡумталарҙы йыйырға Шишмә районы башлығы ла ярҙам итә. Ришат Мансуров күптән түгел Донбастан ҡайтҡан, унда республикабыҙ хәрбиҙәре менән осрашҡан.Посылкала ит менән ҡамыр айырым урын биләй, уны ҡайнар һыу менән ҡайнатыу етә. Әҙерләүҙә ябай, туҡлыҡлы һәм ялан шарттарында уңайлы — тап алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға кәрәкле аҙыҡ.
Әммә, балаларҙың ихлас ярҙам һүҙҙәре һәм еңеүгә ышанысы булған хаттары аҙыҡтан да ҡиммәтерәк. Балалар менән бергә Наҙгөл Михайлова һаҡланыу, йылылыҡ һәм хәстәрлек символы булараҡ бетеүҙәр эшләй. Уларҙың һәр береһенә күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған.
Яугирҙарға талап ителгән тағы ла бер әйбер — аяҡ кейемен киптереү ҡоролмаһы. Шулай уҡ гуманитар йөккә пластырь-ингалятор, беренсе кәрәк -яраҡ саралары һәм һалдат көнкүрешен еңеләйтә һәм яугирҙарҙың һаулығын нығыта алған бөтәһе лә инә.Өйҙән килгән күстәнәстәр гуманитар ярҙамдан күберәк. Был берҙәмлек, рәхмәт һүҙе һәм өмөт билдәһе. Республикала геройҙарға ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләнәсәген иҫкә төшөрөү сараһы ла.







